Праздник Победы / ТАБУЛДИНСКИЙ СДК

15.05.2017

8 май Табылды ауылы халҡы Бөйөк байрам-Еңеү байрамын байрам итте. Ауыл мәҙәниәт йортонан ағылған музыка һәр кемгә байрам кәйефе биреп байрамға саҡырып торҙо. Уттай эш ваҡыты булыуға ҡарамаҫтан халыҡ байрамға ағылды.
Байрамды асып ебәргән дән һуң сәхнәгә халыҡты ҡотлау өсөн ауыл хакимиәте башлығы Юлай Йәүҙәт улы,Ветерандар советы рәйесе Нурия Ғәбделхаҡ ҡыҙы һәм ауыл старостаһы Тәлғәт Хажғәле улы күтәрелделәр.
Байрам ауылыбыҙҙың” Шәфәҡ” вокаль ансамблендә йырлаусылар өсөн ” Һуғыш – минең өсөн нимә ул?” һорауына яуаптары менән башланып китте һәм ансамбль башҡарыуында ” Һалдаттар”,” Тальян гармун” йырҙары башҡарылды. Байрамда Хәлиҙә апай Хужина башҡарыуында “Рамай”,”Герман көйө”,Фәйрүзә апай Гайсина башҡарыуында “Хәтеремдә” йыры,Фәнүр Хөсәйенов башҡарыуында “Эйәрле ат беҙ менгәндәр”, Радмир Вахитов башҡарыуында ” Офицеры ” йыры ,Арина Юрчак башҡарыуында ” Атайым” йырҙары башҡарылһа,бейеүселәр ҙә һыр бирмәне. Фирүзә Галиева” Һыу буйында “,Наҙгөл Сырлыбаева “Һаҡмар Ҡыҙы ” апайҙар башҡарыуында лирик бейеү,”Еңгәйҙәр” бейеүе һәм ” Солдаткалар” бейеүе һәр кемдең күңеленә хуш килеп көслө алҡыштарға күмелде.
Һәм шулай уҡ Фәйрүзә Гайсина менән Люциә Абдрахманова һөйләгән күңелгә үтеп керерлек шиғырҙары оло апай-инәй-бабайҙарҙың күҙҙәрен сылатмай ҡалманы.
Концерт бөткәс обелиск янында мәктәп уҡыусылары сығыш яһаны һәм венок һалынды. Ә байрам килгән ҡунаҡтарҙы сәй өҫтәлендә байрам сәйе эсереү менән тамаланды. Байрам барыһына ла оҡшаны.