Елимбетовский СДК#“Матур ғәилә – ил ҡото”

7.08.2017

8 июлдә Өмөтбай ауылында Ғәилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған “ Матур ғәилә – ил ҡото” тигән спорт һәм мәҙәни сара үтте. Байрамға Өмөтбай, Йәлембәт, Һарайҫа, Шәкәр, Бүләк ауылдарының спорт һәм мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ғәиләләр саҡырылды. Сараны ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Хасанов Айрат Сафа улы асып ебәрҙе, ул ғаиләләрҙе байрам менән ҡотлап, ауыл хакимиәтенең  почет грамоталары менән бүләкләне. Ошонда уҡ балалар һәм йәштәр өсөн спорт майҙансығын асыу, ауыл халҡы өсөн матур бүләк булды. Үтҡән йыл «Сәләмәт тормош өсөн» Республика конкурсында  катнашып еңеүсе булған Азат Муллагуловҡа айырым рәхмәт әйтәһе килә, уның ярҙамы менән спорт инвентарҙары ҡайтарылды. Шулай уҡ  Берҙәм Рәсәй партияһына, Башҡортостан Республикаһының Йәштәр политикаһы һәм спорт министырлығы вәкилдәре  Муртаева Розалия Динисламовнаға,  – ” Башкортостан Воркаутының ” председателе  Рашид Хасановҡа , ” Башкортостан Воркаутының ” сопредседателенә Роберт Давлетшинға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Артабан һүҙҙе байрамдың ҡунағы, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире Галиева Рәйфә Хисаметдин ҡыҙы алды. Ул мәҙәниәт өлкәһендә күп йылдар уңышлы эшләп килгән, райондың мәҙәни сараларында әүҙем ҡатнашҡан ижади ғәилә  Әнисә һәм Хөрмәт Зөбәйеровтарға Россия Федерацияһының  “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалын тапшырҙы. Һәм шулай уҡ райондың, ауылдың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, талантлы балалар үҫтергән ғәиләләрҙе мәҙәниәт бүлегенең рәхмәт хаттары менән бүләкләне.

Байрамды талантлы ғаиләләр әҙерләгән концерт программаһы тағы ла биҙәп ебәрҙе. Фирүзә, Айгүзәл, Әлиә Иҫәнсуриналар, Юлиә, Гөлиә Иҫәнгужиналар, Ҡәҙриә Зөбәйерова, Айбулат Хужин, Регина Мавлютова, Юлиә Шәрипова һәм  “Йәйғор нурҙары” балалар фольклор- эстрада өлгөлө коллективы йыр, бейеүҙәрен бүләк итте. Артабан “ Йәштәр уйындары-2017” үҙ эсенә алған: – мини – футбол, көрәш, велосипедта ярышыу, төрлө эстафета уйындары берәүҙе лә битараф ҡалдырманы, олатай, өләсәйҙәр, атай-әсәйҙәр, балалар һәм йәштәр рәхәтләнеп уйындарҙа ҡатнашып, ял иттеләр был байрамда. Ауыл хакимиәте менән берлектә Йәлембәт ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре үткәргән сара ауылдаштар күңеленә хуш килде, байрам күңелле флешмоб менән тамамланды.