Праздник “Ҡаҙ өмәһе” #Табулдинский СДК

19.12.2017

В целях развития у односельчан устойчивого интереса к башкирской народной культуре, воспитания духовности и формирования эстетического сознания детей в процессе ознакомления с башкирским праздником “Ҡаҙ өмәһе” было решено организовать данное мероприятие, местом проведения которого выбрана территория семьи Исмагиловых.

Альфира Даутова: “Башҡорт халҡында һәйбәт ғәҙәткә инеп киткән байрамдар бик күп. Шуларҙың береһе – ҡаҙ өмәһе. Ҡаҙ өмәһе байрамы ноябрь,декабрь айҙарында, көндәр һалҡынайғас, үткәрелә. Уның үҙенә күрә тәртибе  һәм йолаһы бар. Әбейҙәр һөйләүенә ҡолаҡ һалһаң, улар “ҡаҙ тәпәйе менән ҡарға баҫҡас уның ите ҡалыная,тәмләнә” тиҙәр. Табылды ауылында йәшәүсе Исмәғилевтар ҙа  ошо мәлде көткәндәр,күрәһең.Ул көндө киң күңелле,егәрле Нурия апай һәм Тәлғәт ағай Исмәғилевтарҙың йорто уйын-көлкө,йыр-моң менән яңғырап торҙо,сөнки унда ауылыбыҙҙың уңған,шат күңелле апайҙарынан торған “ Ағинәйҙәр” клубы ағзаларын Исмәғилевтар ғаиләһе ҡаҙ өмәһенә саҡырған ине. Өмәгә йыйылғандан һуң дәррәү генә эш башланып китте. Йәүҙәт ағай Исмәғилев бисмиллалап ҡаҙҙарҙы матур итеп салғандан һуң апай-инәйҙәр “ эш башлайбыҙ,эш башлайбыҙ,аяғың еңел булһын”, “Икендегә етмәһен” тип һамаҡлай-һамаҡлай кем эре йөнөн йолҡа,кем бешекләй,кем йолҡа башланы,һәр кем үҙ эшен белеп оҫта итеп башҡарҙы,унан инде ғәҙәттәгесә эске өлөштәре эшкәртелеп,ҡаҙҙарҙы  көйәнтәләргә аҫып сайҡатырға Күндерәк йылғаһына төштөк. Унда апайҙар ,инәйҙәр:

“ Киләһе йылда ла уңығыҙ,

Ап-аҡ булып йөҙөгөҙ!

Йылға буйлап күмәкләшеп,

Һирпелешеп йөрөгөҙ!

Өйөгөҙ ҡаҙлы булһын!

Мамыҡ яҫтығы булһын!

Ҡаҙ бәлеше, ҡоймаҡ еҫе

Өй эстәренә тулһын!-

тигән теләктәр әйтә-әйтә ҡаҙҙарҙы һыуҙа сайҡаттылар.

 Ҡаҙ өмәһе ысын байрамға әйләнде. Йырлай-йырлай эшләгәс күңелле лә булды,эш тә ыраны. Эш бөткәс ,әлбиттә йола буйыса аш тәртибе лә үткәрелде. Хужа менән хужабикәнең һығылып торған өҫтәле артында  байрам дауам итте. Йыр,уйын-көлкө өҫтәл артында туҡтаманы.. Был байрамға ,байрамды музыкаль яҡтан биҙәүсе баянсы Асия апай Иҫәнгилдина һәм Сытырман ауылы ағинәйҙәре етәксеһе Минисара апай Иҫәнгилдиналар ҙа лә килгән ине. Ике ауылдың ағинәйҙәре  тәжрибәләре ,киләсәккә пландары менән уртаҡлашып,уйнап- көлөп,йырлап-бейеп хужаларға рәхмәт әйтеп таралыштылар.Ошо матур ҙа изге лә байрамды ойошторорға мөмкинселек биреүсе киң күңелле ,ауылыбыҙҙың йөҙөк ҡаштары булған Нурия апай һәм Тәлғәт ағай Исмәғилевтарға, “Ағинәйҙәр”клубы ағзаларына,Сытырман ауылынан килеүсе Асия һәм Минисара апайҙарға ҙур рәхмәт! Халҡыбыҙҙың эле-электән килгән йола-ғәҙәттәрен онотмайыҡ,уларҙы киләсәк быуынға ла күрһәтеп,өйрәтеп ҡалдырайыҡ!”