Халыҡтың рухи хазинаһы

29.06.2017

Халыҡтың рухи хазинаһы

Рухи донъя – бик киң мәғәнәле төшөнсә. Уның үҙ тарихы, мәҙәни, традицион һәм профессиональ йүнәлеш аспекттары бар. 

Күренекле ғали-м һәм яҙыусы Ғайса Хөсәйенов  «Халыҡтың рухи йөҙөн уның мәҙәни байлығы, төрлөлөгө һәм күркәмлеге билдәләй.Тарихы, әҙәбиәте, мәҙәниәте, мәғрифәте, сәнғәте, ауыҙ-тел ижады, ғөрөф-ғәҙәттәре, ыҙан-йолалары  ниндәй – милләттең һиммәте лә шундай»,- тип билдәләй үҙенең «Башҡорт халҡының рухи донъяһы»китабында.Һәр халыҡтың рухи тамырҙарын барлауы, тарихын өйрәнеүе  – бөгөн көнүҙәк мәсьәлә.

Бер үк выҡытта  был мәсьәлә Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеген нығытыу, уларҙың үҙенсәлеген, рухи байлығын һаҡлау  – мөһим дәүләт программаһы ла булып тора. Был йәһәттән һәр төбәктә төрлө эштәр башҡарыла. Беҙҙә лә ошо рухи байлыҡты, оло мираҫты байҡау, өйрәнеү буйынса матур-матур саралар үткәрелеп тора, күҙгә күренер ҡаҙаныштарыбыҙ ҙа бар. Шундайҙарҙың береһе – мөнәжәт башҡарыусылар бәйгеһе. Әйтергә кәрәк, республикала даими үткәрелеп килеүсе был конкурс иң беренсе беҙҙең районда үткәрелеп, күркәм башланғысҡа нигеҙ һалынды һәм хәҙер  ҙур, матур йола-байрамға әйләнде.

Бына өсөнсө тапҡыр инде мөнәжәт башҡарыусылар конкурсында ҡатнашыусыларҙы элек-электән мәғрифәт һәм мәҙәниәт үҙәге булып һаналған Стәрлебаш ауылы йыя. Сараның тап бөгөн үткәрелеүе юҡҡа ғына түгел. Рамаҙан айының ахырына етеп киләбеҙ, изге ғәмәл башҡарып, рухыбыҙҙы байытабыҙ, күңелебеҙҙе паклайбыҙ.  Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты, мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина конкурс беренсе тапҡыр үткәрелгәндә былай тигәйне: «Бындай конкурстар Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы, Ағинәйҙәр ҡоро кимәлендә генә үтергә тейеш түгел, уларҙың матур башланғысын беҙҙең Мәҙәниәт министрлығы дауам итергә тейеш».   Шөкөр, ағинәйҙәрҙең башланғысын күтәрмәләп, был конкурсты Мәҙәниәт министрлығы үҙ ҡанаты аҫтына алды. Мөнәжәт тигән ынйы-гәүһәрҙәрҙе йыйып, йәш быуынға алып барып еткереү сараһын күреүҙе, конкурсты республика кимәленә сығарыуҙы ихлас ҡабул итәбеҙ. Беҙ барыбыҙ ҙа бында – рухташтар, диндәштәр. Беҙҙе шулай бергә йыйыусы ла – рух берлеге, күңел киңлеге.

Баш һүҙ

Белеүебеҙсә, борон-борондан халыҡ дини һәм әхлаҡи тәрбиәне кеше аңына мөнәжәт ярҙамында һеңдерә барған. Көйләп уҡылған был һүҙҙәр аңға тиҙерәк барып еткән, тиҙ иҫтә ҡалған.

Ысын мәғәнәһендә бындай көйләп уҡылған һәр мөнәжәт, һәр шиғыр һәм хәҙис тынысландырыу көсөнә эйә, тыңлаусының йөрәгенә үтеп инеп, күңел ҡылдарын сиртә, кешене үҙ асылына ҡайтара.

Нимә һуң ул мөнәжәт? Ә нимәне бәйет тиҙәр? Күптәр ошондай һорауҙы бирә, мөнәжәт һәм бәйет тигән төшөнсәләрҙе аныҡ ҡына айыра алмай. Шуға ла беҙ ҡыҫҡаса байҡау яһап китмәксебеҙ.

Башҡорт халыҡ йырҙарын баҫтырып сығарыу эшенә ҙур өлөш индергән рус ғалимы, танылған музыкант- этнограф Сергей Рыбаков аңлатмалары буйынса, мөнәжәт ул «Аллаға өндәшеү, дини йөкмәткеле шиғыр». Эйе, башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижадының бер төрө булған мөнәжәт – уникаль күренеш ул. Элек ул Аллаға өндәшеү, Уға таяныу, Унан ярҙам һорау рәүешендә булған.

1993 йылда  «Тел асҡысы халыҡта» тигән башҡорт фольклоры буйынса аңлатмалы һүҙлектә фольклорсы ғалим, Ғ. Сәләм премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Салауат Әхмәҙиә улы Галин мөнәжәт тураһында  былай тип яҙғайны:
(мөнәжәт ғәрәпсә- аллаға ялбарыу, маҡтау һүҙҙәре әйтеү) «Башҡорт халыҡ ижадында мөнәжәт тип бәйеттәрҙәң өгөт-нәсихәт, кәңәш биреүгә ҡоролған, тәрбиәүи мотивтар менән һуғарылған бер төрөнә әйтәләр. Ҡағиҙә булараҡ, ул дини доғалар уҡылған көй менән башҡарыла». Был билдәләмә дөрөҫөрәктер.

Тәбиғи һорау тыуа: мөнәжәттәрҙең бәйеттәргә ниндәй мөнәсәбәте бар  икән? Әллә улар икеһе бер үк жанрмы?

Бәйет – (ғәрәпсә- йәнәш рифма менән килгән ике юллы шиғыр).Ошо мәғәнәһендә был термин ҡайһы бер төрки  телле халыҡтарҙа  (мәҫәлән, әзербайжандарҙа) әле лә киң ҡулланыла.

Башҡорт халыҡ ижадында бәйет төшөнсәһе яңы мәғәнә алған. Бәйет тип халыҡ һәм айырым кешеләрҙең яҙмышына, тормош-көнкүрешенә, йәшәүенә бәйле фажиғәле ваҡиғалар  хаҡында хикәйәләүсе  драматик йөкмәткеле лиро-эпик  характерҙағы  шиғри әҫәргә әйтәләр.

Тимәк, был ике жанрҙың уртаҡ һәм айырмалы яҡтары бар.

1.Бәйеттәрҙә лә, мөнәжәттәрҙә лә (бигерәк тә улар тормош-көнкүреш бәйетәрәренә яҡын) өгөт-нәсихәт, тәрбиәүи мотивтар ҙур урын алып тора.Уңғанлыҡ, егәрлелек һәм ялҡаулыҡ, белемлелек һәм наҙанлыҡ кеүек төшөнсәләр  күп кенә бәйеттәрҙең нигеҙ ташын тәшкил итә.

2.Борондан уҡ бәйеттәр, мөнәжәттәр  башҡа жанрҙар кеүек, импровизация юлы менән сығарылған. Ул халыҡ йыйындарында, мәжлестәрҙә, һабан туйҙарында әйтелеп, телдән-телгә күскән.

3.Бәйеттәр ҙә, мөнәжәттәр ҙә дини доғалар кеүек көйләп башҡарыла.

4.Башҡа жанрҙарҙан айырмалы рәүештә, бәйеттәрҙең йәшәү  формаһы яҙма  культура менән бәйле: ҡағыҙҙан-ҡағыҙға күсерелеп йәшәгән ижад төрө. Икенсе төрлө әйткәндә, бәйет — халыҡ ижады менән яҙма поэзия традицияларын берләштергән берекмә жанр.

Мөнәжәттәр – күберәк телдән-телгә күсеп һөйләнелеп, быуындан-быуынға күсә килгән.

5.Бөгөн дә икеһе лә ижад ителә, халыҡ күңелендә тыуған һәм тыуа торған ижад төрө улар.

6.Бәйеттәрҙең айырым  бер үҙенсәлеге — шәхси ижад башланғыстарының ҙур ғына урын тотоуы.

 Мөнәжәттәр,  айырым кеше сығарһа ла, халыҡлашып китә һәм күмәк халыҡ ижады кеүек ҡабул ителә.

6.Бәйеттәр тематик яҡтан күп төрлө: тарихи бәйеттәр, тормош-көнкүреш бәйеттәре, шәхси фажиғә ерлегендә тыуған бәйеттәр.

Тарихи бәйеттәр:
-Йола бәйеттәре;
-Тарихи бәйеттәр;
– Тыуған яҡ һәм ер бәйеттәре;
– Һалдат бәйеттәре;
– Һуғыш бәйеттәре;
– Япон һуғышы бәйеттәре;
– Герман һуғышы бәйеттәре.

Тормош-көнкүреш бәйеттәре:
– Ҡыҙҙар бәйеттәре;
– Йыл миҙгелдәре бәйеттәре;
– Шулай уҡ башҡа темаларға бәйле бәйеттәр.

Мөнәжәттәрҙә  белем алыу, әхлаҡ-тәрбиә мәсьәләләре, һөнәргә эйә булыу, мәғрифәткә саҡырыу мотивтары төп урында тора.

Билдәле, мөнәжәттәрҙә өгөт-нәсихәт элек йыш ҡына дини күҙлектән сығып бирелгән (мәҫәлән, алла хаҡына яуызлыҡтан, насар эштәрҙән тыйылып тороу, гөнаһ ҡылмау, йәғни ғәйепкә һанарлыҡ , ярамай торған эш ҡылмау, әҙәпле булыу, һ.б.). Ләкин элек тә, бөгөн дә  мөнәжәттәрҙә халыҡ реаль тормошто, донъялыҡта яҡшы йәшәүҙе данлай, ғүмерҙең ҡәҙерен белеп йәшәргә саҡыра.

Башҡорт халыҡ ижадының бер төрө булараҡ, мөнәжәттәрҙең активлашып китеүе, бәйеттәр менән айырылмаҫлыҡ булып берләшә барыуы унда уҡыу-уҡытыуға  бәйле проблемаларҙың күтәрелеүе  менән бәйле һәм 20-се быуат баштарына ҡайтып ҡала.

Бөгөн башҡорт ауыҙ-тел ижадының был төрө аҙ өйрәнелгән. Бының сәбәбе билдәле: Совет осоронда дингә бәйле барлыҡ йола-ҡағиҙәләр тыйылды. Мөнәжәттәр ҙә шуға бәйле юҡҡа сыға яҙҙы. Әммә ул заманда ла тәҙрәгә ҡорған ҡороп булһа ла намаҙ уҡыуҙан, мөнәжәттәр әйтеүҙән туҡтаманы оло быуын. Бына шул хәтерҙән бөтөнләй үк юйылып бөтмәгән хазинабыҙҙы ынйы бөртөгөләй йыйыу, рухи асылыбыҙға ҡайтарыу өсөн тырышырға кәрәк, өйрәнеүгә иғтибарҙы арттырырға булышлыҡ итеү мөһим.

Киләсәктә мөнәжәт, нәсихәттәрҙә әйтелгән өгөттө, аҡылды йәштәр күңеленә лә күсерергә тейешбеҙ.«Мөьмин мосолман ғилемде ҡайҙа юғалтты, шунан табып алырға тейеш», – тиелгән Ҡөрьәндә. Унда ғилем тураһында 170 урында яҙылған, ғилем йәннәттең юлы, бишектән ләхеткә тиклем ғилем алыу талап ителә, тиелгән. Бер мөнәжәттә шундай юлдар бар: «Бер ғәмәлһеҙ үлеп китһәк, Ҡиәмәттә нишләрбеҙ?»Ғәмәл ҡылырға тейешбеҙ, бының өсөн белемле булырға кәрәк.

           Ил яҙмышын, тел яҙмышын, милли моң яҙмышын ҡурсып, уның өсөн борсолоп йәшәгән ижадсылар айырыуса ҡәҙерле бөгөн. Улар һәр ерҙә алдынғы фекер таратыу, мөнәжәттәр аша  ғилем, белем орлоҡтарын сәсә, иман хаҡында һөйләй, халыҡ йолаларын тергеҙә. Улар үҙен заманының иң шәп кешеһе итеп тотмай,ҡулынан  килгәнсә халыҡҡа хеҙмәт итә, аң-зиһене, йөрәге ошо дәүерҙә ниндәй фекер, ғилем еткерергә кәрәклеген нисек тоя, шулай эшләй.  Шундай кешеләр арабыҙҙа  бар икән, мөмкин тиклем күберәк өйрәнеп ҡалайыҡ.   Был йыйынтыҡҡа 2014-2016 йылдарҙа «Иман нуры»конкурсында башҡарылған мөнәжәттәр, бәйеттәр өлгөләре тупланды.

Башлайыҡ беҙ был байрамды,

Фәрештәләр ҡанат йәйһен,

Мөьмин булған барса бәндә

Мөнәжәт ишетеп, ғилем йыйһын.

Стәрлебаш районы «Ағинәйҙәр»йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, филология фәндәре кандидаты,Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы

М.И. Баһауетдинова

 Иман нуры балҡыһын йөҙөбөҙҙә

(халыҡ ижады өлгөһөндәсәләмләү)

Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.

Был көн мөьминдәргә байрам,

Йөҙөбөҙҙә аҡлыҡ, шатлыҡ;

Изге Рамаҙан айҙарында

Нурҙар торалыр балҡып.

Эй, ҡәрҙәштәр, һөйөнәйек-

Был ай беҙгә иң ҙур байрам,

Иң ҡәҙерле ай был беҙгә,

Донъяға ул бирә ҙур йәм.
Дин әһелен шатландыра,

Тура юлға сафландыра,

Күңелдәрҙе паҡландыра,-

Был хөрмәтле изге ай.

Наҙанлыҡтан – ғилемлеккә,

Татыулыҡҡа, сихәтлеккә,

Изгелеккә, игелеккә әйҙәп,

Иман нуры бирә беҙгә.

Эй, Рамаҙан, ҡәҙерле ай,

Бөйөк һинең ерҙә хаҡың;

Ошо изге ҡәҙерле айҙа

Йыйын йыя бөгөн халҡың.

Донъя-әхирәт маҡсудтарын

Теләй торған ай бит  был,

Ғафил булып ҡалмайыҡ —

Тәүбә истигъфар ҡылайыҡ.

Һигеҙ йәннәт ишектәре

Ошо айҙа асылыр;

Барыбыҙғала насыйп әйлә —

Лә иләһә илләллаһ.

Ете тамуҡ ишектәре

Ошо айҙа ябылыр;

Барыбыҙғала рәхмәт әйлә —

Лә иләһә илләллаһ.

Ете ҡат күк ишектәре

һәммәһе асыҡ торор;

Күп ғафилдәр уны белмәй —

Лә иләһә илләллаһ.

Ысын күңелдән салауат әйтеп,

Теләйек беҙ көнө-төнө:

Ҡабул булһа, күккә ашыр —

Лә иләһә илләллаһ.

Башлайыҡ беҙ был байрамды,

Фәрештәләр ҡанат йәйһен,

Мөьмин булған барса бәндә

Мөнәжәт ишетеп, ғилем йыйһын.

Мөнәжәт аша  элек-электән

Әхлаҡи тәрбиә бирелгән.

Көйләп уҡылған һүҙҙәр

Аңға нығыраҡ һеңгән.

Фәһем, ишара һалынған

Һәр мөнәжәт  һүҙенә.

Көйө менән бергә хәҙистәр

Йөрәккә үтеп инә.
Мөнәжәт- дини шиғыр, тиһәләр ҙә,

Аллаға мөрәжәғәттең кемгә зыяны тейгән?

Ҡылғандарың өсөн  яуап биреүҙе уйлау –

Барлыҡ  насарлыҡтарҙан тыйған.
Динебеҙгә бәйле йола-ҡағиҙәләр

Совет осоронда  онотолдо.

Юҡҡа сыға яҙҙы  мөнәжәт тә,

Уны әйтеү хатта тыйылды.

Хәтерҙәрҙә  бөтөнләй үк юйылмаған  әле-

Берәмтекләп барын йыйып алайыҡ.

Хазинабыҙҙы  ынйы бөртөгөләй күреп,

Рухи асылыбыҙға ҡайтарайыҡ.
Мөнәжәттәрҙә әйтелгән өгөттө,

Күсерәйек йәштәр күңеленә.

Белем, ғилем  – нәсихәттән  тиеп,

Белһә  ине  улар киләсәктә.

Мәғрифәтсе Аҡмулла ла

Стәрлебашта белем алған.

Иман һүҙен алға ҡуйған,

Беҙгә «Нәсихәттәр» яҙған.

Аң-белем, ғилем- һөнәр,

Әхлаҡ, әҙәплелек хаҡында

«Инсафлыҡ»,  «Теләк», «Кәңәш»тәре

Әһәмиәтле бөгөн һаман да.

Балаларға,  атайҙарға,

Ҡыҙҙарға, егеттәргә

-Йәш кәләшкә, ..һәммәһенә

Яҙылған нәсихәттәр.

Ризаитдин, Мөхәмәтсәлим,

…Аҡмуллаларҙың  хаҡ һүҙҙәре

Уйлап һөйләп, уйлап эшләү өсөн

Етһен ине халыҡ күңеленә.

Мөнәжәт ул – «мөрәжәғәткә» яҡын,

Ихлас  бүлешәйек хистәрҙе.

Иман нуры балҡыһын йөҙөбөҙҙә,

Ғилем, белем орлоҡтары сәсәйек!

Доғалар ҡылайыҡ

Мәғрифә Фәйзуллина

(Өмөтбай ауылы)

Доғалар ҡылайыҡ әле,

Ҡайғы-хәсрәттәр китер.

Уйламаған ерҙән генә

Киң ризыҡ, дәүләт килер.

Доғалар ҡылайыҡ әле,

Өйҙәргә иман керер,

Һөйөнөс һәм шатлыҡтарҙы

Аллам күберәк бирер.

Доғалар ҡылайыҡ әле

Аллабыҙ ҡабул итһен.

Уҡыған иман, доғалар

Барыбыҙға ла етһен.

Доғалар ҡылып йәшәһәк,

Юлыбыҙ уңып торор,

Эргәлә изгеләр йөрөр,

Яманды ситкә борор.

Доғалар ҡылайыҡ әле,

Тәүфиҡлы заттар тыуыр,

Күңелгә изгелек тулыр,

Донъялар имен булыр.

 Аллаға шөкөр итәм

Люция Байназарова
(Түбәнге Шәкәр ауылы)

Аллаға шөкөр итәм

Иҫәнлек биргәненә,

Аяҡтарым йөрөгәненә,

Күҙҙәрем күргәненә.

Аллаға шөкөр итәм

Биргән ниғмәттәренә,

Аяттарҙы ятлар өсөн

Зиһен дә биргәненә.
Аллаға шөкөр итәм

Ҡараңғы төндәренә,

Намаҙҙарҙы уҡыр өсөн

Ярҙамын биргәненә.
Аллаға шөкөр итәм

Ураҙа биргәненә,

Бәндәләрҙең гөнаһтарын

Кисерәм тигәненә.
Аллаға шөкөр итәм

Яҡты көн биргәненә,

Күктән ямғырҙар яуҙырып

Иген үҫтергәненә.

Аллаға шөкөр итәм

Аҡ ҡарлы ҡыштарына,

Йәйге матур ал таңдарҙа

Һайраған ҡоштарына.
Аллаға шөкөр итәм

Сабырлыҡ биргәненә,

Сабырлыҡтың һауаптары

Саф алтын тигәненә,

Сабырҙарҙың урындары

Йәннәттә тигәненә.
Аллаға шөкөр итәм

Ғүмерҙәр биргәненә,

Шул ғүмерҙе үкенмәҫлек

Үткәрә белгәнемә.

 Ысын донъя

Насырова-Тимербәкова Флүрә

(Ямғырсы ауылы)

Ысын донъя, бараһы еребеҙ – ҡара ерҙер.

Ятаһы яҫтығыбыҙ – булыр балсыҡ.

Ҡиәмәт көнө килһә, бер хоҙайым, йөҙөмдө ҡуйһа ине асып.

Ысын донъя әхирәт ғәмәлдәрен яҙам әле, яҙам әҙ – әҙләп.

Йәлләмәй  икән үлем, ҡара гүрҙәр алып китә лә һуң берәрләп.

Һөйләп бөтөрөргә түгел, белһәгеҙ.

Әхирәт ғәмәлдәре бигерәк ҙур.

Ҡиәмәт көнө килһә, бер хоҙайым,

Итә күрмә бер үк беҙҙе хур.

Я раббым, фани доньяға килтерәбәндәләрҙе.

Фәҡир, бай, бәхетле итеп

Тәхетлеысын донъя үҙенә ала,

Һәр ҡайһыһынберурынға итеп ләхетле.

Ләхетбикләнер.

Фәрештәләр килербарыбыҙға.

Телебеҙгәбирһен ине,раббым, асҡысын.

Ғәмәл дәфтәремде уңдан биреп

Йәшентиҙлегендәй тиҙлек менән,

Үтһәм ине сират күперен.

Ожмахҡапҡалары асыҡ торһа ине,

Насип итһәберүк йәннәтән,

Иманменән ҡайтыпхозурына

Күрһәм ине йөҙөн пәрҙәһен.

Аллаһ, Раббым!

Насип итһәберүк бәндәләрең мине, балаларымды

Хәләлюлдар менәнйәшәүен.

Әхирәттә хаҡюлменән асыпкерһәк инде

Ожмахйәннәттәрҙеңҡапҡаһын.

Ғүмерҙәрҙең күпмеҡалғанынбелмәйбеҙ бит,

Әллә бөгөн,әлләиртәгә,

Иман,ғүмер, ожмах, иҫәнлектәр һорап  доға ҡылайыҡ эле,

Көн дәкилгән, көн дәиртәгә.

Әсәйемһүҙе

 Һәр атҡан таңыңды, һәр килгән көнөңдө,

Ҡаршы ал һин салауат әйтеп доғаңменән.

Ҡулдарың күтәреп доғаға,

Яныңа килһен тыныслыҡ, тәнең,

Сихәтләнеп күңелең сафланыр,

Әйтерһең, бөгөн килгәндәй булырһың яҡты доньяға.

Балам, таңдар менән тороп һыуҙар алып кер һин,

Иман нуры керһен өйөңә

Аҡ яулығың ябынып, Ҡөрьән, алып,

Ҡөрьән алып, Ҡөрьән уҡы, Ҡөрьән көйөнә.

Ҡөрьән уҡылып торған өйҙәр,

Күркәм тыныс була.

Уҡып тор һин Ҡөрьән сүрә,Әлхәм фатиха.

Фатихалар фатиха булып  ҡайта

Үҙең алһаң кешеләрҙән фатиха.

Ҡәҙерҙәрен генә белеп йәшәгәндәргә,

Ожмах бит, ул балам, был донъя.

Алдатып ҡына йәшәтә фани донъя,

Бер көн алып китә лә ҡуя.

Ожмах йәннәттәрҙе бар тиһәң, әсәй,

Ҡайҙан асып керергә белмәйем бит, ҡайҙан,

Ишетелде шул сак ожмах, йәннәт

Ата-әсәләрҙең аяҡ аҫтында тигән бөйөк ауаздан.

Баҡсаларға сыҡһаң, ишетәһеңме, балам,

Ҡоштар бит һайрай зикер итеп.

Әрүахтарҙың рухы ҡайта, балам, ҡоштар булып,

Беҙҙән хәйер доға өмөт итеп.

Аҙна кис көндәре, йома көндәре,

Әрүахтарҙы ташлай күрмә, балам, хәйерҙән.

Фани донъя үҙе яратылған

Бәләкәй генә булған хәйләнән.

Мин булғанға, балам, һин бит булдың

Һинең менән мин бит бәхетле.

Теләнем дә һиңә шул бәхетте

Бәхеттәрең булһын тип тәхетле.

Тәҡдир ҡәләмдәре миңдә булһа,

Яҙмаҫ инем һиңә ошо яҙмышты.

Әй яҙмышың һиңә никтер яҙған

Яҙмыштарҙың инде яңлышын.

Яңғыҙ яҙмыш менән, яңылыш яҙмыш

Килде һиңә һәр сак йәнәшә.

Рәхмәтендән ташламасы, Раббым, баламды,

Ауыр бөгөн уға йәшәргә.

Балам! Кистәрен йоҡларға ятҡанда,

Юлдарын сәфәр сыҡҡанда,

Уҡы һәр саҡ Аятел Көрси.

Һаҡланғанды бер Хоҙайым үҙе һаҡлар.

Бәлә – ҡаза килмәй, әллә ҡайҙа китер.

Доғаларҙы, балам, уҡығанда

Мәғәнәһен белеп уҡы.

Әлхәм Ҡөрьәнебеҙҙең асҡысы,

Йасин Ҡөрьәнебеҙҙең йөрәге.

Ҡөрьәндең иң олоһо йома көн ул,
Һүҙҙәрҙең иң олоһо Ҡөрьән ул.

Ҡөрьән битендә иң ҙур сүрә – Баҡара сүрәһе.

Баҡара сүрәһенең дәрәжәһе Аятел Көрсиҙер.

Ҡайғылар, шатлыҡтар йәнәшә йөрөй.

Улар килһә, кер һин күршеңә,

Күрше хаҡы, балам, тәңре хаҡы.

Ауыр һүҙҙәр әйтеп рәнйетеп ҡуйма

Бер Хоҙайым хаҡына.

Күршеләр менән алама тороуҙы,

Ҡөрьән китап маҡтамай.

Керәһең ти йәһәннәмгә,

Мәңгелек әхирәттә.

Әй күршеләр, эй кешеләр, татыу йәшәйек,

Беҙ ҙә керәйек ожмахҡа, мәңгелек әхирәткә.

Бына  шулай итеп әсәйем

Һөйләй үҙенекен миңә,

Мин тыңлайым уны ултырып,

Фани донъя мәңгелек түгел,

Китәбеҙ ти бер көн ҡалдырып.

Мин китһәм инде баҡыйлыҡҡа,

Балам, һинән алда,

Уҡырһың миңә Ҡөрьән, уҡы Ясин.

Минеңҡәберемәиманнуры килһен,

Һинә килһеңбәхет, бәрәкәт.

Тыуып үҫкән нигеҙемә мәсет һалынды

 Әлхәмдулиллаһи, тыуып үҫкән нигеҙемә мәсет һалынды,

Алла йорто булды Иншаллаһ ,

Зикер әйтеп ишеген асып керҙем,

Ҡабул ғына итсе, Аллаһым.

Мәсет эсе тулы мөьмин мосолман,

Хөтбә уҡып һөйләнде вәғәз.

Уны шөкөр итеп доғалар ҡылып,

Уҡыныҡ беҙ йома көн намаҙ.

Эй ауылым, һиңә иман ҡайтты,

Ишетелә көмөш аҙан.

Күтәрелде ярты айлы манара.

Көмөш аҙан үҙенең моңо менән,

Мосолмандар осрашалар тиҙ- ара.

Ҡиблаларға ҡарап, намаҙлығым йәйеп,

Ниәт итеп әйтәм мин тәкбир.

Раббым,һинең алдарыңда,

Башым ергә эйеп китәм Сәждәгә.

Алла бөйөк тип, Аллаһу Әкбәр

Саждәләрҙән торғас ултырам мин.

Ҡулдарыма алып йәшел тәсбихемде тартып,

Илемә,көнөмә һорайым бәхет,иман,тыныслыҡ,бәрәкәт.

Әрүахтарым рухы шат булһын тип доға ҡылам.

Ҡөрьән, сүрә уҡып, тәбәрәк.

Ауылҡайым минең,тыуып үҫкән нигеҙем,

Һиндә үтте минең йәшлек йылдарым,

Һуңғы йылдар бер килмәйсә ҡалмаҫ,

Һиндә ҡалһын һуңғы йылдарым.

Һуңғы йылдар килһә бик ҡыҙғаныс

Алып китә ул мәңгегә.

Әрүах булып әхирәткә күскәс,

Ҡайтыуҙар юҡ бит ғүмергә.

Бөйөк изге доға һүҙе

Бисмилләһир– рахмәнир – рахим – тигән изге бөйөк һүҙҙе

Әйтәйек әле, әйтһен әле бөтөн ғәләм.

Ете йөҙ йылдар буйына туҡтамай,

Яҙған бит уны ҡәләм.

Бисмиллаһи әйтеп ҡаршы алам,

Сафлыҡ алам тыуыр таңдарҙан,

Эй хоҙайым, баҡый иманын биреп

Айыра күрмә мине имандан.

Бисмиллаһи әйтеп эштәр башлайым,

Һәр көн,һәр бер башлаған эштә

Беҙҙең ҡылған ғәмәлдәрҙе

Яҙа гел дә ике фәрештә.

Динем ислам минең, иманым камил

Уҡығаным минең һәр саҡ Ҡөрьән

Тәнгә сихәт, йәнгә тыныслыҡ биреп

Йәшерен ауаз арҡылы күктән ергә

Ғәзиз китап Ҡөрьән.

Йә раббым! Ташлама һин үҙеңдең өмөтөңдән,

Беҙ бит бәхетле тыуғанбыҙ

Мөхәммәт өммәтөнән.

Бисмиллаһи- тип юлға сыҡһам

Юлым уңа, йомошом үтәлә,

Эй хоҙайым, насип ит һин

Бер үк тыйғандарҙан тыйылып

Үҙең ҡушҡандарҙы үтәргә.

Улыма

Маһинур Хөбөтдинова

ҫке Ҡалҡаш ауылы)

Сәләмләү

Бисмилланан һүҙ башлана,

Бисмилланан эш башлана,

Бисмилланан башлайбыҙ беҙ

Бисмиллаһи рахмани рахим.

Хәйерле көн, бәйгеселәр,

Мөнәжәтсе, бәйетселәр,

Стәрлебашта бөгөн байрам-

«Иман нуры» фестивале.

Байрамыбыҙ матур үтһен,

Бар хыялдар ҡабул булһын,

Тел асҡысы хоҙай бирһен,

Бисмиллаһи рахмани рахим.

Иртә менән иҫкән елдәр

Ҡайнар сәләм алып килде,

Ҡан-ҡәрҙәштәр йыйыла тип,

Стәрлебашым мәжлес ҡорҙо.

Бисмиллаһи рахмани рахим,

Һеҙгә әйтер һүҙебеҙ бар,

Бисмиланан башлайбыҙ беҙ,

Тыңлап ултырығыҙ, зинһар.

Бисмиллаһи рахмани рахим,

Байрамыбыҙ күркәм булһын,

Бөтәһенең иңдәренә

Изге фәрештәләр ҡунһын.

Улыма әйтер һүҙе

 Улы:

Әсәкәйем, бөгөн һиңә

Һорауҙар күп, тынғы бирмәй,

Кеше ниңә тыуа ергә,

Ниңә үлә, мәңге тормай?

Айырырға өйрәт, әсәй,

Яҡшылыҡты яманлыҡтан,

Хәләл эште харамлыҡтан,

Ғалимлыҡты-наҙанлыҡтан.

Әсәһе:

Һүҙ башланыр бисмилланан,

Эш башланыр бисмилланан,

Бисмилланан башлайым мин,

Бисмиллаһи рахмани рахим.

Ҡаза килһә, берәүҙәргә

Булды йәтеш тимә бер үк,

Ҡайғы килһә, башҡаларҙы

Ҡарғама һин, тыйыл бер үк.

Һинең ҡарғыш-үсәүеңдән

Ул кеше һис зыян күрмәҫ,

Зыяны булыр үҙеңә,

Һиңә унан файҙа теймәҫ.

Үҙем яҡшы булам тейеп,

Йөрөмә һин ошаҡлашып,

Ғәйбәтсене яныңдан ҡыу,

Йөрөмәһен ошаҡ ташып.

Яҡшылыҡҡа-яҡшылыҡты

Һәр кем эшләй, һәр кем күрә,

Яманлыҡҡа-яҡшылыҡты

Көслө ирҙәр генә ҡыла.

Уҡы, улым, һөнәрле бул,

Егетлектәр күрһәт илгә,

Иң яманы-наҙанлыҡтыр,

Белемлеләр алға елә.

Һәр кем тыуа был донъяға

Изгелектәр гел ҡылырға,

Үҙенән һуң балҡып торған

Яҡты эҙҙәр ҡалдырырға.

Бисмиллаһи рахмани рахим,

Улым, һиңә әйтерем шул,

Ҡурҡытып-өркөтөп ҡуйма

Ҡулыңдағы бәхет ҡошон.

Балаҡайым, тыңла бер үк –

Ғүмер ҡыҫҡа ҡәҙерен бел,

Ошо матур донъяларҙа

Изгелектәр эшләп өлгөр.

Тәхет башы-намыҫ,балам,

Намыҫыңдан айырмаһын,

Талпынып осор сағыңда

Ҡанаттарың ҡайырылмаһын.

Хеҙмәтеңдән изгелек күр,

Эшләгәндән кеше үлмәй

Рәхмәт алып йәшәмәһә,

Кеше үҙе рәхәт күрмәй.

Булһын һәр саҡ кешеләргә

Саф күңелең, асыҡ йөҙөң,

Йәнгә уҡтай ҡаҙалмаһын,

Бәреп әйткән насар һүҙең.

Улы:

Рәхмәт, әсәй, кәңәштәрең

Булыр миңә һәр саҡ юлдаш,

Бисмиллаһи рахмани рахим,

Барырмын мин тура юлдан.

Бергә:

Мөнәжәттәрем һис бөтмәҫ,

Ҡағыҙ менән ҡара етмәҫ,

Әйтер һүҙҙәрем әйтергә

Ҡағыҙ түгел, ваҡыт етмәҫ.

Һөйлә, әсәй

 Мәғрифә Фәйзуллина (Рафиҡова)            

(Өмөтбай  ауылы)

 Ултыр  әле, әсәй, яндарыма,

Сөкөрҙәшеп сәйҙәр эсәйек.

Был ғүмерҙәр ике килмәйәсәк,

Ҡәҙерҙәрен белеп йәшәйек.

Һөйлә, әсәй, етем балалыҡта

Ҡәһәрләнеп үҫкән сағыңды.

Алыҫтарҙа торф ҡаҙыған саҡта

Һағындыңмы тыуған яғыңды.

Ҡараңғы төндәрҙә ер һөргәндә,

Шөрләгәнһеңдер бит, моғайын?.

Ҡышын тимер юлдар таҙартҡанда

Иҫеңә төштөмө икән туғайың?

Һөйлә, әсәй, аслыҡ йылдарыңда

Ауылдаштар күпме ҡырылған,

Ошо ҡаластарҙы ашар өсөн

Күпме ғәзиз баштар һалынған.

Һөйлә, әсәй, һөйлә, күпме аҫыл ирҙәр

Ватан өсөн баштарын һалды.

Ҡайталманы күптәр үҙ еренә,

Тик мәңгелек дандары ҡалды.

Һөйлә, әсәй, һөйлә, үткәндәрҙән

Сауапалып үҫһендәр балалар.

Һеҙ күргәнде яҡшы эт тә күрмәҫ,

Ҡабат күрмәһендәр башҡалар.

 Ауылыма

 Һиңә килдем әле, Һуҡайлыҡай.

Баҫып торам текә ярыңда.

Серҙәреңде һөйлә, ни кисерҙең

Мин булмаған саҡта яныңда?

Һөйлә, әйҙә, ҡайҙа әхирәттәр?

Күрше-күлән нисек йәшәйҙәр?

Күрәм: ауылыбыҙ күркәмләнгән,

Ауылдаштар тырышып эшләйҙәр.

Рәмәй тауым, һинең ҡосағыңда

Күпме уйнап, аунап йыуандыҡ.

Йыуаларың, ҡаҡың, ҡуҙғалағың,

Еләктәрең ашап ҡыуандыҡ.

Күреп хайран ҡалдым, Һуҡайлыҡай,

Тәпәшәйеп киткән ярыңды.

Ә талдарың үҫеп тирәк булған,

Ҡаплап киткән тирә-яғыңды.

Яр буйҙарың һинең ҡуйы таллыҡ,

Тал араларында бөрлөгән.

Сеүәтәләп йыйған күк емештәр

Күҙ алдымдан китмәй бер генә.

Ауыл осондағы урманыңда

Һығылып үҫә ҡыҙыл йәмшегән.

Ҡарағайҙар ғорур баҫып тора

Әллә нисә быуат йәшәгән.

Ибрай баҡсаларын, Салихәбей күлен,

Аҡшишмәне килә күрәһем.

Һағындырған хатта һәр ҡыуағын,

Нисек кенә килмәй түҙәһең.

Яландары иркен ауылымдың

Тау баштары тулы сал ҡылған.

Элек ошо тауға йәштәр килеп,

Киске уйындарға йыйылған.

Рәмәй тауҙың битләүендә ята

Ата-олатайҙар һөйәге.

Уларға доғалар уҡып, хәйер биреп,

Ризалыҡтар алып китәһе.

Бер ниндәй ергә лә тиң түгелдер,

Тыуған яғым минең хозурлыҡ.

Шундай гүзәл яҡта тыуып-үҫеү

Үҙе ни тора бит – ғорурлыҡ.

Ҡайтһын тәүфиҡ халҡыма

 Элек кеше ипле ине,

Ярҙамсыл булды улар.

Ниңә шулай әҙәмдәрҙе

Үҙгәртте әле йылдар?

Иртән иртүк эшкә китте

Йәш-елкәнсәк, ир-аттар.

Гөрләп торҙо , яңғырап торҙо

Яландарҙа тауыштар.

Кисен эштән арып ҡайткас,

Ашап, тамаҡ туйҙырғас

Ҡапҡа төбөнә сығалар,

Көндөҙ эшләп арығас.

Ҡарт-ҡоро йәшел үләндә

Донъя хәлен һөйләшә.

Еңгәләр бер яҡ ситтәрәк

Мәҙәк һөйләп көлөшә.

Көтөүҙән һуң төрлө ауыл

Йәштәре уйын ҡора.

Таҡмаҡ әйтеп круг уйнай,

Тау башы гөрләп тора.

Клубҡа уйынға һәр ваҡыт

Барҙы йәштәр бергәләп.

Егеттәр тәүфиҡлы булды,

Китмәнеләр бәргеләп.

Гармунға ҡушылып йырлап

Бергә ҡайталар ине.

Ҡыҙҙарҙы ҡапҡаларынан

Индереп китәләр ине.

Егеттәр һөйгәне менән

Хат аша һөйләштеләр.

Барырғамы, алырғамы

Яҙышып килештеләр.

Заманалар үҙгәрҙе шул

Тәртип бөттө йәштәрҙә.

Ҡарттары ла өлгө түгел,

Йөрөй эсеү хәстәрләп.

Ауылда ололар һирәк,

Йәшләй китеп бөтәләр.

Егеттәр әжәле етмәй

Хәмер эсеп китәләр.

Йәш ҡыҙҙарҙа оят бөттө,

Ағзалары шау асыҡ.

Эсеп боҙолоп йөрөйҙәр

Атай-әсәйҙән ҡасып.

Моңло, зарлы, көслө рухлы

Халҡым, сыҡ һин көрәшкә.

Эске ҡолона әйләнеп,

Ҡалма ярыҡ көршәккә.

Тәрбиәле заттар тыуһын,

Еребеҙ тыныс булһын.

Ауыл-ҡала урамдары

Шатлыҡтар менән тулһын.

Игендәр уңып торһон,

Донъялар имен булһын.

Ошо изге теләгебеҙ

Һәр ваҡыт ҡабул булһын!

Үткән ғүмерем

Назия Корбанова
(Һарайҫа ауылы)

Төндә тороп бер ҡараһам,

Ай янында йондоҙ юҡ.

Иҫән саҡта йөрөшәйек,

Үлгәс күрешә алмабыҙ,

Ер аҫтында юлдар юҡ.

Хоҙайыма шөкөр ҡылам,

Үттек хәләлем менән

Тормош тигән оҙон юлдан

Ҡайғы, шатлыҡтар менән.

Тормош булғас бөтәһен дә

Тура килде күрергә.

Балаларым берәм-берәм

Килә торҙо был ергә.

Һигеҙе һигеҙ яҡтан шатландыра,

Һигеҙ яҡтан көйөндөрә ҡайсаҡта.

Хоҙайымдан һорайым ғүмерҙәр,

Бәхеттәр бир тип шул саҡта.

Күкрәк һөтө менән аҫраным

Һигеҙен дә  тәпәй баҫтырҙым.

Олоғайғас беҙҙе нишләтерҙәр,

Хоҙай ғына белә ахырын.

Ябынам мамыҡ шәлемде,

Кемдәр аңлар хәлемде.

Бабаҡайым үҙе менән

Алып китте ярты йәнемде.

Баш осома бер ҡараһам

Ялтырап уйнай йәшен.

Түҙегеҙ, сабыр итегеҙ,

Яҡты донъянан китермен

Тулғас та 70 йәшем.

Үлһәм,ҡәбер ҡаҙығыҙ,

Баш осома таштар ҡуйып

«Назия» тип яҙығыҙ.

Өй эсендә яңғыҙ ултырамын,

Берәү ҙә юҡ хәлем һөйләргә.

Доғаларым уҡып өләшәмен

Әсә ҡәҙерҙәрен белгәнгә.

Ғүмер бит ул аҡҡан һыу һымаҡ,

Тулҡын һайын үтә минуты.

Бер ҡараһам үткән ғүмеремә,

Йәшлегемде әллә ер упты.

Ошо фотоларға төшкән саҡта

Миңә 50 генә йәш ине.

Инде ҡартайып 60-ты үткәс

Күҙкәйҙәрем тулы йәш минең.

Күҙ йәштәрем аға шишмә булып,

Илама, тип, мине тыймағыҙ.

Әсәйҙәрҙең изге күңелен

Ауыр һүҙҙәр әйтеп ҡыймағыҙ.

Ғүмер үтә, йылғалар ҙа аға

Хатта һыйыша алмай ярҙарға.

Шөкөр итәм, әлдә хоҙайым бар

Яңғыҙ әсә хәлен аңларға.

Иҫмә әле, ел, иҫмәй торсо

Бер аҙ ғына сабыр ит.

Миңә килгән яңғыҙлыҡты

Мөмкин булһа, алып кит.

Төштәремдә мин йөҙәмен

Йылғалар, даръяларҙа.

Уянһам, төшөм юрайым

Изгелеккә донъяларҙа.

Юрау менән  бер ҙә генә файҙаһы юҡ,

Сөнки  миңә донъяларҙа тынғылыҡ юҡ.

Көҙгөләргә бер ҡараһам,

Сәстәремә аҡ төшкән.

Сөнки минең башымда бит

Йәшлек менән ҡартлыҡ көрәшкән.

Йырым да бар ине, моңом да бар,

Йырлай алмай үтте ғүмерем.

Сәхнәләргә сығып йырлағанда,

Өҙөр инем егет бәғерен.

Йәшлек артта инде, белеп булмай алдан

Ниҙәр кисереп ниҙәр күрерҙе.

Ниндәй йәме булһын,ниндәй тәме булһын,

Йәшлек үтеп киткән ғүмерҙең.

Алһыу йөҙҙәрҙе һары баҫа икән,

Яҡындар ҙа һинән ситләй икән.

Бирсе,хоҙайым,бирсе түҙемлек,

Минең күргәнде йырға теҙерлек

Ҡатындар хаҡында

Назия Корбанова
(Һарайҫа ауылы)

Эй, ҡатындар, беҙҙе яман һүҙҙәрҙән,

Яман күҙҙәрҙән

Хоҙай үҙе генә һаҡлаһын.

Хәләл ризыҡ, бөтмәҫ дәүләт биреп

Ҡатындарҙың йөҙөн аҡлаһын.

Онотмайыҡ әле, ҡартайҙыҡ тип,

Бала саҡта ҡорһаҡ асҡанды.

Бер семтем икмәккә интизар булып,

Һоҫҡо тотоп утҡа сапҡанды.

Хәмер эсмәй, алпан-толпан баҫмай,

Урамдарҙан матур үтәйек.

Хоҙайға доғалар уҡып,

Балаларға ғүмер теләйек.

Бөйөк Ватан һуғышына арналған бәйет

Маһинур Хөбөтинова

ҫке Ҡалҡаш ауылы)

 Ай таң ине, таң ине,

Ал ҡояшлы таң ине,

1941- се йылғы

Ҙур ҡояшлы таң ине.

Июнь айының ал таңында,

Ҡыҙарып ҡояш ҡалҡҡанда,

Герман тағы һуғыш асҡан,

Рәсәйҙе батырып ҡанға.

«Һуғыш»  тигән яман һүҙҙе

Ишетеү бик ауыр булған,

Бөтә ирҙәр, йәш егеттәр

Һуғышҡа оҙатылған.

Был һуғышта беҙҙең яҡтан

Бик күп ҡорбандар булған,

26 миллиондан артыҡ

Яугир баштарын һалған.

Тыуған илдең азатлығы

Өсөн ҙур яуҙар булған,

«Бөтәһе лә фронт өсөн»-, тип,

Тылда ла көрәш барған.

Фронт менән тыл берҙәм булғас,

Яуыз дошман еңелгән,

Рейхстагҡа ҡыҙыл флагты

Беҙҙең һалдаттар элгән.

45 – тең йәмле яҙы

Бөйөк Еңеү килтергән,

Немец илбаҫарҙарына

Инде ҡара көн килгән.

Иңтәүге Еңеү парады

Ҡыҙыл Майҙанда үткән,

Фашистарҙың ҡара флагы

Тау – тау булып өйөлгән.

Был ҡанлы һуғыш һәр кемдең

Ғаиләһе аша уҙған,

Һәр кешенең йөрәгенә

Утлы тамғаһын һыҙған.

Был һуғышта күп кешенең

Ғүмерҙәре өҙөлгән.

Әллә күпме яугир – һалдат

Ҡәберҙәргә күмелгән.

Тик илебеҙ онотмаған

Үҙенең ул – ҡыҙҙарын,

Һәйкәлдәр менән биҙәлгән

Уларҙың яу юлдары.

Һәйкәлдәр таштан эшләнә,

Булмаһын, тиеп, һуғыш,

Әммә ул таштан булһа ла,

Эсендә тулы һағыш.

Һәйкәлдәр өнһөҙ, һөйләшмәй,

Тик ул барыбер тере,

Унда бит яугир күмелгән,

Һәйкәл ул – ил хәтере.

Илем йыл да байрам итә

Бөйөк Еңеү байрамын,

Парадта йөрөй яугирҙар,

Тотоп Еңеү байрағын.

Байрам шулай үтеп китә,

Данлап ветерандарҙы,

Алдағы Еңеү байрамында ла

Осратһаҡ ине уларҙы.

Аҡһаҡалдар, миҙал тағып,

Яңы костюмдарына,

Үтһендәр Ҡыҙыл майҙандан,

Парадта эре генә.

Ай таң атһын, таң атһын,

Ҙур ҡояшлы көн  ҡалҡһын,

Ер йөҙөндә бындай ҡанлы

Һуғыш ҡабатланмаһын!.

Хәтерләргә генә ҡалды инде

          Гөлсирә Мөхәмәтшина

Һалдат, һалдат, тоғро булырға
Һине тыуған илең өйрәтте.
Ниндәй табиб дауалай ала һуң
Һуғыш яралаған йөрәкте?

Һалдат, һалдат, поста тораһың һин
Һары ҡайыш быуып биленә,
Һалдат бурысын үтәп, иҫән йөрөп
Ҡайтһаң ине тыуған илеңә.

Һалдат, һалдат, һин уттарҙа яндың,
Һыуыҡтарҙа туңдың, сыныҡтың.
Тәндәреңә ауыр яра алғас,
Дошман ҡулдарына юлыҡтың.

Ниңә кәрәк был ҡәһәрле һуғыш?
Ишетһендәр ине Ельциндар!
Сынығып та етмәгән йәш быуында
Ельциндарҙың ниндәй үсе бар?

Әкиәттәрҙәге аждаһалай
Кеше ғүмерен йота танктар
Әсә йөрәгенә ҡан һауҙырып
Илебеҙгә ҡайта табуттар.

Һалдат хеҙмәтенә киткән саҡта,
Оҙатып ҡала ауыл йәштәре.
Иҫән булһам бер ҡайтырмын, тине,
Әсәй, түкмә ҡайнар йәштәрең.

Һалдат кеҫәһендә нағышлы ҡулъяулыҡ,
Һөйгән йәре бүләк иткәндер,
Чечен ерҙәренә аяҡ баҫҡас,
Күҙ йәштәрен шуға һөрткәндер.

Мин Илнурҙы бөгөн төштә күрҙем
Зәңгәр берет кейгән көйөнә
Ут эсенән иҫән ҡайттың тиеп,
Апай, еҙнәләре һөйөнә.
Инәһе лә, мөләйем йылмайып,
Ҡосағына алды балаһын.
Татлы төштәр генә уңалта ла
Өндә алған йөрәк яраһын.
Мин Илнурҙы бөгөн төштә күрҙем-
Һары ҡайыш быуған биленә.
Чечен менән ҡайтты иленә.
Мин Ильнурҙы бөгөн төштә күрҙем-
Автоматы уның ҡулында.
Мәңге онота алмаҫлыҡ эҙ ҡалдырҙы
Ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә.
Чечен ерҙәренә аяҡ баҫҡас,
Йәшкә тулдымы икән күҙҙәре?
Һеҙҙең өсөн сәскәләр ҙә илай,
Ысыҡ менән тама йәштәре.
Ергә тыныс яҙҙар килер әле,
Матур тормош ҡорор кешеләр,
Үҙ ғәйебен таныр, яуап бирер
Һуғыш асҡан яуыз кешеләр.
Рушан һуңғы айҙы хеҙмәт итте
Чечендағы фронтта
Ҡайтыр ваҡыттары етер саҡта
Үлеп ҡайтты цинк табутта.
Рушандың ваҡытһыҙ үлеме
Аҙмы кешеләрҙе илатты.
Йөҙәрләгән ауыл кешеләре
Уны һуңғы юлға оҙатты.

Кемгә кәрәк ине афған һуғышы,
Кемгә кәрәк чечен һуғышы?
Әллә кешеләрҙең яҙмышымы?
Әллә бер хоҙайҙың ҡарғышы.
Чечен ерҙәрендә һуғыш тынмай
Кеше ғүмерҙәре өҙөлә.
Бер ғөнаһһыҙ сабый балаларҙың
Әсе күҙ йәштәре түгелә.

Чечен ерҙәрендә һуғыш бара,
Туптар шартлай унда бөгөн дә
Йәшләй ҡорбан булған егеттәргә
Шиғыр тыуа минең күңелдә.
Ҡасан туҡтар был ҡәһәрле һуғыш
Осо – ҡырыйы ла күренмәй.
Балаһын юғалтҡан әсәләрҙең
Йөрәгендә ялҡын һүрелмәй.

Чечен ерҙәрендә һуғыш бара,
Туғандар – туғанға бәйләнә.
Яңғыҙ әсәләрҙең бер балаһы
Һуғыш ҡорбанына әйләнә.

Ояларҙа мамыҡ оса икән
Бала осорғанда бөркөттәр?
Кеше бәхетен яҡлап сит ерҙәрҙә
Һәләк була беҙҙең егеттәр.
Ҡәберлектә аҡ ҡайындар үҫә,
Яндарында бешә еләге.
Тауҙай ҡайғыларҙы күтәрергә
Нисек түҙә әсә йөрәге.

Илнур, һинең яҡты иҫтәлегең
Хәтерләргә ҡалыр ғүмергә

Тыуыр быуындарға маяҡ булып
Тыныс йоҡла инде ҡәберҙә.
Рушан, Илнур, һеҙҙе һуңғы юлға
Оҙата барҙы ҡарты, йәштәре.
Хәтерләргә ҡалды, «Иҫән булһам,
бер ҡайтырмын», – тигән һүҙҙәре.
Чечен ерҙәрендә һуғыш бара,
Әсә бәғерҙәрен телгеләй.
Йәп – йәш егеттәрҙе танк тапай,
Мәйеттәрен эттәр өҙгөләй.
Чечен ерҙәрендә һуғыш тынмай,
Бомба йыртҡылаған ерҙәрҙе.
Ниңә ҡәһәр һуҡмай, ҡанға һыуһап
Һуғыш ашлап ятҡан ирҙәрҙе.
Көтмәгәндә һуғыш иғлан итте
Власть башындағы кешеләр.
Кеше ғүмеренә төкөрөп ҡараған
Дүрт аяҡлы йыртҡыс ишеләр.
Әле булһа Чечен ерҙәрендә
Егеттәрҙең ғүмере өҙөлә.
Сабый бала, әбей – бабайҙарҙың
Ҡанлы күҙ йәштәре түгелә.
Ҡасан туҡтар был ҡәһәрле һуғыш,
Тағын күпме ҡандар ҡойолор?
Йортһоҙ- ерһеҙ ҡалған ҡарт кешеләр
Ҡайҙа барып, кемгә һыйыныр?
Һалдат, һалдат, һинең күңелең бойоҡ,
Айырҙылар тыуған илеңдән,
Йәшел сирәмдәрҙә аунап үҫкән,
Тәмле һыуын эсеп үҫкән ереңдән.

Һалдат, һалдат, һин уттарҙа яндың,
Һыуыҡтарҙа ҡундың окопта.
Һинең күңелең яралы ҡош кеүек,
Оса алмайһың ҡанатлы булап та.

Һалдат, һалдат, батыр йөрәкле һин,
Ауырлыҡтарға ла түҙемле.
Кеше бәхетен яҡлап сит ерҙәрҙә
Мәңгелеккә йомдоң күҙеңде,
Әйтә алманың һуңғы һүҙеңде…

Ҡасан бөтөр был ҡәһәрле һуғыш,
Аҡланырмы көткән өмөттәр?
Сит ерҙәрҙең тупрағын ҡосоп
Һәләк була беҙҙең егеттәр.

Һалдат, һалдат, һинең йөрәгең бойоҡ,
Һағындыңмы тыуған яғыңды?
Йәшел болондарҙа сәскә йыйып
Ғәмһеҙ үткән бала сағыңда?

Һалдат, һалдат, поста тораһың һин,
Бурыс үтәргә гел әҙерһең.
Тыуған илең, һөйгән ҡыҙың өсөн
Йәнең бирергә лә әҙер һин.

  Заман зары

Зөлфирә  Булатова
(Ҡуғанаҡбаш
ауылы)

Эй Хоҙайым, был донъяла

Йәшәүемә бик ҙур рәхмәт.

Һәр нәмәгә шөкөр ҡылып

Риза булып йәшәү рәхәт.

Ә шулай ҙа бәндәләргә

Ниҙер етмәй, ниҙер кәрәк.

Хоҙай биргән ниғмәттәргә

Риза булып йәшәү һирәк.

Ваҡыт етмәй, эш күп тиеп

Зарланыуҙан ниндәй сара.

Әхирәткә алып булмай

Барыһы ла тороп ҡала.

Ҡайһыберәү ғүмерлеккә,

Мәңгелеккә килгән кеүек

Күрше лә юҡ, туған да юҡ

Донъя көтә янып –көйөп.

Әй был донъя, алдата шул,

Бәндә бахыр алдана.

Ниҙер етмәй, һаман кәрәк

Зарлана ла зарлана.

Байлығына күкрәк кирәп,

Табынып йәшәй малына
Ҡайғы- хәсрәт килһә генә,

Бер Хоҙайға ялына.

Ата улды, әсә ҡыҙҙы

Белмәй торған заман еткән.

Әллә инде Раббыбыҙҙың

Сабырлыҡтары бөткән.

Бөтмәҫ тимә, эй Хоҙайым

Шашҡан бит бәндәләре

Бәндәләрҙең әллә ене,

Әллә йөрөй шәүләләре.

Эй, кешеләр, белеп торайыҡ

Ғүмер ул үтер ҙә китер

Баҡыйлыҡта Раббыбыҙҙың

Ике аршын ере етер.

Иманлылар  әхирәттә

Ожмахтарҙанурын алыр

Иманһыҙҙар мәңгелеккә

Тамуҡ  уттарында яныр.

Беҙ был ергә һынар өсөн

Ебәрелгән ҡунаҡ кына,

Гөнаһтарҙан тәүбә итеп

Йәшәйек шөкөр ҡылып ҡына.

Был ни ғәжәп?

Ишбульдина Наҡия
әбейҙән яҙып алынған мөнәжәт

Бала бит ул–бәғер пәрҙәһе

Ата-әсә йөрәген яра,

Хоҙай ҡушҡас юҡ сара

Түҙә бит әсә бисара.

Әсә бит ул бала хаҡлы,

Тыуғас та тәндәрен паклай

Был ни ғәҗәп, был ни хикмәт,

Бала өҙөлмәй әсә хәтле.

Бәбекәйем, нурлы йөҙөм

Күреп туймай ике күҙем.

Был ни ғәҗәп, был ни хикмәт,

Яман күренә минең һүҙем.

Туғыҙ ай күтәреп йөрөнөм,

Хәләл һөтөмдө имеҙҙем

Төн йоҡоларым бүлдем
Барыһына мин түҙҙем.

Гәзиз бәбкәм, һине көтәм

Сабыр итәм, сабыр итәм

Сабырлыҡ менән түҙәм

Ғәзиз бәбкәм,ғәзиз бәбкәм.